Accessibility links

Кайнар хәбәр

Республикала миллионерҙар һәм миллиардерҙар арта


Федераль һалым хеҙмәтенең республикалағы идаралығы бөгөн рәсми рәүештә республикала күпме миллионер һәм миллиардер барлығын иғлан итте. Физик шәхестәрҙән һалым йыйыу бүлеге етәксеһе Алевтина Тулаева 8 көндән һалым декларацияларын тултырыу һәм тапшырыу ваҡыты тамамланыуы хаҡында иҫкәртә 15-се апрелгә алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, әлегә 78 мең декларация тапшырылған.

Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 1,6 тапҡырға күберәк. Быйылғы кампанияла һалым органдары, уҙған йылдан айырмалы рәүештә, тағы ла 127 мең кешенең һалым декларацияларын тултырырға тейешлеген асыҡлаған. Декларацияны хәҙер электрон почта аша ла ебәрергә мөмкин. Бындай алым декларанттарҙың артыуына килтерә тиҙәр һалым хеҙмәте идаралығында. Белгестәр билдәләүенсә, республика халҡының йәшәү кимәле арта бара. Бер үк ваҡытта миллионер һәм миллиардерҙар һаны ла байтаҡҡа артҡан.
XS
SM
MD
LG