Accessibility links

Кайнар хәбәр

Президент хакимиәтенең элекке етәксеһе вафат


Ҡаты ауырыуҙан һуң юридик фәндәр докторы, профессор, Башҡорт Дәүләт аграр универститеты ректоры Илдар Ғимаев вафат булды.

Илдар Ғимаев күп йылдар дауамында Бишбүләк районында төрлө вазифаларҙа эшләгән. 1996-сы йылда Бишбүләк районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә. Был вазифала өс йылдан ашыу эшләгәс, Республика президенты хакимиәтенең биләмәләр һәм кадрҙар менән эшләү буйынса баш идаралығына етәксе итеп эшкә алына. 2000-2003- сө йылдарҙа президент хакимиәте етәксеһе. 2003-сө йылдан Илдар Ғимаев республика президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына, ә 2007-се йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетына етәкселек итә. Башҡортостан президенты хакимиәте етәксеһе Радий Хәбировтың Мәскәүгә китеүе хаҡында бер нисә баҫма яҙып сыҡты. Әммә Аҡ йорттан ғына был хаҡта бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ.

Хатта "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең төбәк бүлексәһендә Хәбировты Мәскәүгә алыуҙы, әлбиттә, был шулай була ҡалһа, Мортаза Рәхимов карьераһының һүнә барыуы тип баһалайҙар. Президент хакимиәтендәге сығанаҡтар Хәбиров әфәндене Рәсәй президенты хакимиәтенә эшкә саҡырыуҙың үҙ маҡсаты барлығын, тиҙҙән уның Башҡортостанға президент булып ҡайтасағын билдәләй. Был турала, әлбиттә, республика матбуғаты түгел, федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә. Хәбиров китмәгән, әммә урынына кем ҡалыры бөгөндән үк билдәле. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, был вазифаны Фатих Ҡаҙаҡбаев алыуы ихтимал. Был инде премьер Сарбаевтың позициялары нығыныу тигәнде аңлата. Республика президентының Рәсәй көнөнә арналған тантаналарҙа ҡатнашмауы төрлө имеш-мимештәргә сәбәп булды. Әммә кисә байрамдан һуң 4 көн үткәс президенттың матбуғат хеҙмәте Мортаза Рәхимов төнъяҡ-көнбайыш райондарҙың социаль-иҡтисади хәле менән танышты, тип хәбәр итте.


XS
SM
MD
LG