Accessibility links

Кайнар хәбәр

Хәбиров ни өсөн ситләштерелҙе?


Радий Хәбиров президент Мортаза Рәхимов күрһәтмәһен абсурд тип атаған һәм вазифаһынан ситләштереүҙе мәхкәмә юлы менән хәл итәсәген белдергән.

Республика етәксеһе Мортаза Рәхимовтың килем һәм милек тураһындағы декларациялағы мәғлүмәттең тулылығы һәм дөрөҫлөгөн тикшергәнсе президент хакимиәте етәксеһен вазифаһынан ситләштереү тураһындағы күрһәтмәһенән һуң Радий Хәбиров вазифаһынан ситләштереүҙе мәхкәмә юлы менән хәл итәсәген белдергән.

Радий Хәбировтың килем һәм милек тураһындағы декларациялағы мәғлүмәтенең тулылығын һәм дөрөҫлөгөн Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙа яңы ғына ойошторолған коррупцияға ҡаршы парламент комиссияһы тикшерәсәк. Ул бер ай дауамында тикшереү һөҙөмтәләрен тейешле органдарға тапшырырға тейеш.

Радий Хәбиров ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Мортаза Рәхимов күрһәтмәһен абсурд тип атаған. Яңыраҡ Мортаза Рәхимов хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә дәүләт наградалары тапшырғайны. Бүләкләнеүселәр араһында Радий Хәбиров та бар ине. Бүләкте алғас Радий Хәбиров Мортаза Рәхимов етәкселегендә республиканың алға барыуын, Мортаза Рәхимовтың барлыҡ мәсьәләләрҙе оҫта хәл итеүен билдәләгәйне.

Ул был оҫталыҡтың уға ҡаршы йүнәлтелгәнен ул ваҡытта уйлап та бирмәгәндер. Сөнки тап ошо көндәрҙә Радий Хәбиров Мәскәүгә эшкә күсергә тейеш ине. Әммә ваҡиғалар икенсе йүнәлештә үҫешә башланы. Бынан кем ота һуң?

Ҡайһы бер политологтар белдереүенсә, хөкүмәт премьер министры Раил Сарбаев президент булыу өсөн әле бик сей, коррупцияға ҡаршы көрәште көсәйтеү кәрәклеген билдәләгән Мәскәү Радий Хәбировты эшкә алыуҙан туҡталып торасаҡ. Бындай шарттарҙа власта Мортаза Рәхимов тағы ла билдәһеҙ ваҡытҡа ҡаласаҡ.

Интернеттағы ҡайһы бер сәхифәләр "Башҡортостанда сәйәси фетнә әҙерләнә" Мортаза Рәхимовтың Декларатив-аппарат отставкаһы" тигән мәҡәләләр баҫтырҙы. Әммә республика президенты был мәҡәләләргә аңлатма биреүҙе кәрәк тип тапмай. Бөгөн ул эш сәфәре менән Федоровка районында.

XS
SM
MD
LG