Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ҡурҡаҡ бур тәҙрәнән һикереп үлгән


Өфөлә фатир талаған ир кеше тәҙрәнән һикереп үлгән.

Дөйөм ятаҡтарҙың береһендәге бүлмәне талаған саҡта, торлаҡ хужалары үҙ йортона ҡайтып инә. Көтөлмәгән хәлдән ҡурҡҡан енәйтәсе дүртенсе ҡаттан һикереп ҡотолорға маташа. Әммә ул подьездағы бетон ҡыйыҡҡа бәрелеп үлә.

Баш ҡала табиптары өс йәшлек ҡыҙ ғүмере өсөн дә көрәшә. Олатаһы ҡарамағындағы ҡалған сабый бишенсе ҡаттан йығылып төшә. Баланы йорт алдындағы ағастар ғына ҡотҡарып ҡала алған. Әле ул үтә ауыр хәлдә дауаханала.
XS
SM
MD
LG