Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ришүәтсе деканға ҡарата ҡаты саралар күрелмәйәсәк


Өфөнөң юғары уҡыу йортонда белем биргән декандың ришүәт алыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алыныуы хаҡында хәбәр ителгәйне инде.

Иҡтисади хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш бүлеге хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ул факультеттың бюджет бүлегенә уҡырға инер өсөн, абитуриенттарҙан аҡса талап иткән.

Юғар уҡыу йорто деканының һүҙҙәре буйынса, уға бурыс ҡайтарғандар. Әммә бурысты алып килгән ҡыҙ, быйылғы абитуриент, уҙған йылда уҡ алған 50 мең һум аҡсаны ни өсөндөр быйыл ҡайтарырға булған.
Асыҡланыуынса, Софья Перовская урамындағы осрашыуҙы декан үҙе тәғәйенләй. Ул ауылдан килгән йәш ҡыҙға университетта бюджет бүлегендә уҡырға тәҡдим итә. Декан ҡулына ни бары 200 мең һум аҡса бирергә кәрәк һәм һин конкурстан үтеп студент булаһың. Енәйәт кодексында бындай хәл ришүәт алыу тип баһалана, ти Киров районы эске эштәр идаралығының оператив хеҙмәткәре.

Декандың вәғәҙәһенә ышанып абитуриенттарҙың ата-әсәләре һуңғы аҡсаларын сығарып һалған. Әммә, тәфтишсе Рөстәм Заһиҙуллин әйтеүенсә, ысынбарлыҡта доцент ҡабул итеү имтихандары һөҙөмтәһенә бер ниндәй ҙә йоғонто яһай алмаған.

Тикшереү ялған вәғәҙә тоҙағына эләккән 5 абитуриентты асыҡлаған. Университеттың информатика һәм генетика факультетына инер өсөн буласаҡ студенттар 250 мең һум, башҡаларына 200 мең һум аҡса түләгән. Йүнсел доцент мутлашыуҙа ғәйепләнә. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, юғары уҡыу йорттары декандары менән был хәл әлегә тәүгеһе. Ғәҙәттә, бындай шарттарҙы уҡытыусылар тәҡдим итә. Йыл башынан алып белем биреү өлкәһендә ошондай 200 енәйәт осрағы фашланған, 190 енәйәт эше суд ҡарамағына тапшырылған.
XS
SM
MD
LG