Accessibility links

Кайнар хәбәр

“Башҡорт поэзияһы антологияһы”ның исем туйы уҙасаҡ


25-26 сентябрҙә Башҡортостанда үтәсәк Мәскәү ҡалаһы көндәре сиктәрендә Өфөлә “Башҡорт поэзияһы антологияһы”ның исем туйы уҙасаҡ.

Ҙур күләмле яңы баҫма Мәскәүҙә “Кирилл әлифбаһы халыҡтары поэзияһы” шәлкемендә, Рәсәйҙең мәҙәниәт һәм киң коммуникациялар министрлығы ҡарамағында донъя күргән. Китапта төрлө быуат башҡорт шағирҙәренең әҫәрҙәре башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылған.

Проекттың авторҙары Мәскәү шағирҙары Сергей Гловюк менән Виктор Широков. Башҡортостандың яҙыусылар берлегенән хәбәр итеүҙәренсә, антология менән тәүге танышыу 20-се майҙа Тверь ҡалаһында славян яҙмаһы байрамында үткән. Өфөлә яңы китаптың исем туйы Башҡорт дәүләт университетында уҙасаҡ, унда Мәскәү яҙыусылары ла ҡатнашасаҡ.
XS
SM
MD
LG