Accessibility links

Кайнар хәбәр

Республика көнөнә әҙерлек


Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш 10-сы октябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтәсәк.

Был турала байрам сараларын әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышында әйтелде. Ойоштороу комитеты ултырышында билдәләнеүенсә, республиканың иң ҙур дәүләт байрамы быйыл да киң билдәләнәсәк. Тантаналарҙа тарихта тәүге тапҡыр республика гимны хор башҡарыуында яңғыраясаҡ.

Йылдағыса республика көнөнә арналып башҡалала һәм республика төбәктәрендә төрлө социаль объекттар асыласаҡ, мәҙәни саралар, спорт ярыштары уҙғарыласаҡ. Алдынғы студенттарға республика президенты премияларын тапшырыу, фән һәм техника өлкәһендә йәштәр премиялары лауреаттарын билдәләү, шулай уҡ Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттарын тәбрикләү ҙә ошо көндәргә тәғәйенләнгән.

Ауыл хужалығы йәрминкәләре, экологик өмәләр ҙә байрам байрам алды көндәре һәм алтын көҙҙөң айырылғыһыҙ өлөшө.
XS
SM
MD
LG