Accessibility links

Кайнар хәбәр

Салауат бүләктәрен алыусылар билгеле


Башҡортостан президенты Салауат Юлаев исемендәге республиканың дәүләт премияларын тапшырыу хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге был премияға 2008-се йылда “Замана тауышы” китабы өсөн шағир Ирек Кинйәбулатов, республикала балет сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөшө һәм “Аҡҡош күле”, “Ромео һәм Джульетта”, “Арҡайым”, “Баҡсаһарай” балеттарында төп ролдәрҙе оҫта башҡарғаны өсөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солитскаһы Гүзәл Сөләймәнова, күп функциялы Конгресс-Холл бинаһын проектлаған өсөн Японияның Кито ҡалаһы университеты профессоры Араи Киоказу, БашНИИстрой предприятиеһының баш инженеры Альфред Готман ошо уҡ предприятиеның бүлек мөдире Марат Ҡаранаев һәм “РАУМ-Арчитекс” йәмғиәте етәксеһе Ришат Муллагилдин лайыҡ булды.
XS
SM
MD
LG