Accessibility links

Кайнар хәбәр

Арыҫлан Мөбәрәков һәм Салауат Юлаев - ике шәхес, уртаҡ яҙмыш


СССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына йөҙ йыл тулыу республикала киң билдәләнәсәк.

Төп тантаналар бишенсе декабрь Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт Академия драма театрында була. Арыҫлан Мөбәрәковтың ҡыҙы – билдәле актриса, сәнғәт эшмәкәре Гөлли Мөбәрәкова билдәләүенсә, юбилейға әҙерлек күптән башланған. Белорет районы Асы ауылында Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл дә бар.

Актерҙың йорт – музейы ла яңы экспонаттар менән тулыландырыла. Юбилей кисәһенә танылған артист менән бергә сәхнәлә эшләүселәр, ижадташ дуҫтары саҡырылған. Республикала 2009-сы йылда Салауат Юлаевтың тыуыуына 255 йыл тулыуҙы һәм “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамына әҙерлек башланды. Был байрамдарға әҙерлек иң юғары кимәлдә алып барыласаҡ.

Ошо хаҡта республика етәксеһе фарманы донъя күрҙе. Башҡортостандың халыҡ геройы, шағир һәм патриот, халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыуға, мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхес Салауат Юлаевтың тыуыуына 255 йыл тулыу Башҡортостан тарихындағы иҫтәлекле дата булараҡ билдәләнәсәк.
XS
SM
MD
LG