Accessibility links

Кайнар хәбәр

“Өмөтһөҙ күл”


Швейцария һәм Германия кинематографистары Боден Күле өҫтөндәге трагедияны экранлаштыра башлаған.

Медиакорсеть сайты яҙыуынса, режиссерҙар Боден күле өҫтөндәге фажиғәне һүрәтләп кенә ҡалмай, геройҙар психологияһы аша уның эҙемтәләрен дә күрһәтергә ниәтләй. Төп геройҙарҙың прототиптары ике балаһын юғалтҡан Виталий Калоев, Скайгайд кампанияһы диспетчеры Питер Нильсен, Башҡортостан һауа юлдары стюардессаһы улы Дима Багов.

Фажиғәгә 6 йыл. Әлегә тиклем уның тураһында документаль сериялар ғына һөйләй ине. Тәүге нәфис фильм “Өмөтһөҙ күл” тип аталған һәм киләһе йылда экрандарға сығасаҡ.
XS
SM
MD
LG