Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ауыл ерендә йәшәүсе белгестәргә социаль ярҙам көсәйтелә


Бөгөн дәүләт йыйылышы-королтайҙың сираттағы һигеҙенсе ултырышы уҙҙы.

4-се саҡырылыш дәүләт йыйылышы – королтайҙың сираттағы ултырышына 40-тан ашыу мәсьәлә сығарылғайны. Уларҙың күпселеге республика парламентының йыл дауамында башҡарылған закондар сығарыу эшмәкәрлеген йомғаҡлай.

Депутаттар бөгөн республиканың алдағы өс йылға социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау һәм алдағы йылдың бюджет проектын икенсе-өсөнсө уҡыуҙа ҡарап ҡабул итте. Бөгөндән “Ауыл ерендә һәм эшсе ҡасабаларҙа йәшәүсе белгестәргә социаль ярҙам саралары тураһындағы” республика законының яңы редакцияһы ғәмәлғә инде.

Документтағы төп үҙгәреш ауыл ерендә йәшәүсе уҡытыусыларға ҡағыла – уларға торлаҡ һәм коммуналь түләүҙәр тулыһынса компенсациялана башлаясаҡ. Әлегә тиклем компенсация күләме махсус ҡаралған социаль нормалар һәм нормативтарҙан артмаҫҡа тейеш ине.

Шуныһы ла мөһим – торлаҡҡа, утҡа, йылылыҡҡа түләнгән сығымдарға компенсация 2007 йылдың 20-се июненән башлап иҫәпләнәсәк. Был маҡсатҡа республика бюджетынан ярты миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ә инде табип, фармацевт, ветеринарҙар, мәҙәниәт, социаль хеҙмәт, физкультура, спорт өлкәһе белгестәренә билдәләнгән компенсация, ҡәҙимгесә, социаль нормалар менән сикләнә.
XS
SM
MD
LG