Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә шәл байрамы


Ейәнсура районынан Фирүзә Ҡәлиева һәм Көйөргәҙенән Ғилминур Һөйәрембәтовалар республиканың иң яҡшы шәл бәйләү оҫталары тип танылды.

Өфөлә үткән йәрминкә-күргәҙмәгә һәр район үҙ төбәгенең иң яҡшы оҫталары бәйләгән дебет шәлдәрҙе алып килгәйне. Ейәнсуралар иһә башҡала халҡын шәлдәр менән генә түгел, кәзә мамығынан бәйләнгән башҡа кейемдәр менән дә ғәжәпләндерҙе. Башҡортостан халҡы дебет шәлдәр бәйләүҙе күптән кәсеп итеп алған. Ейәнсуралар Өфө йыраҡ булыу сәбәпле үҙҙәре бәйләгән шәлдәрҙе Ырымбурға алып барып һатыр булған. Оҫта шәл бәйләүсе Нәзирә Кәримова әйтеүенсә, Ырымбур шәле тигән төшөнсә ана шунан киткән дә инде. Шуға ла хәҙер шәл йәрминкәләрен Өфөлә ойоштора башланылар.

Әбйәлилдә Рәсимә Вәлиева дебет шәлдәрҙе станокта һуға. Ә Дәүләкән оҫталары шәлдәрҙе төҫлө ептәрҙән элмәк менән бәйләй. Суҡлап биҙәлгән, селтәрле шәлдәр төбәк ҡатын ҡыҙҙарының яратҡан кейеме. Бындай шәлдәр көндәлек һәм байрам кейемдәрен тулыландыра, ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөн, матурлығын аса, ти Рауза Низаметдинова.Күргәҙмә йәрминкәлә Ейәнсуралар һәм Стәрлебаштарға етеүселәр булманы. Улар беренсе урынды алды.

XS
SM
MD
LG