Accessibility links

Кайнар хәбәр

2009-сы йылға исем ҡушылды


Алдағы 2009-сы йыл Башҡортостанда йәштәр башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы тип иғлан ителәсәк.

Был ҡарар президент Советы ултырышында хупланды. Ултырышта шулай уҡ “Башҡортостан иҡтисадының һәм финанс системаһының тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә йүнәлтелгән саралар” тураһында мәсьәлә лә ҡаралды.

Ултырышта республиканың социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси һәм рухи-мәҙәни үҫеше өсөн мөһим мәсьәләләр ҡарала. Был юлы кәңәшмәлә ғаиләне социаль яҡлау йылына йомғаҡ яһалды. Ултырышта Башҡортостан президенты Мортаза Рәхимов, ғаиләне социаль яҡлау йылында башҡарылған эштәрҙең ғаилә ҡануниәтен камиллаштырыу, социаль учреждениеларҙың матди-техник базаһын нығытыу һәм йәмғиәттә ғаилә институтының абруйын күтәреүгә ыңғай йоғонто яһауын, билдәләне.

Ултырышта финанс өлкәһе һәм иҡтисад тармағының тотороҡлоғон тәьмин итеүгә йүнәлтелгән саралар ҡаралды. Был мәсьәлә буйынса ултырышта хөкүмәт премьер-министры Раил Сарбаев сығыш яһаны. Докладта билдәләнеүенсә, республикала иҡтисад тармаҡтарына ярҙам итеү, хеҙмәт баҙары һәм ипотека кредитлауы өлкәһендә эштәрҙе көйләү өсөн эҙмә-эҙлекле саралар күрелә.

Социаль өлкә күрһәткестәре буйынса ла йыл республика өсөн уңышлы тамамлана. Алдағы йыл бюджеты ла социаль өлкә сығымдарын иҫәпкә алып төҙөлгән. Дәүләт йыйылышы-ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында Раил Сарбаев көрсөккә ҡаршы планды иғлан итте. “Хөкүмәт тулы көсөнә эшләргә тейеш. Әммә айырым көстәр аяҡ салырға тырыша”, тине премьер киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре менән әңгәмәләшкәндә. Раил Сарбаев әйтеүенсә, 2008 йылда республика иҡтисадының тотороҡло үҫешеүен билдәләне. Йылдың төп иҡтисади күрһәткестәре 2007-се йылға ҡарағанда юғарыраҡ булыр, тип күҙаллана.
XS
SM
MD
LG