Accessibility links

Кайнар хәбәр

Олимпиадалар башланды


Башҡортостанда гуманитар фәндәр буйынса уҙғарылған Олимпиадаларға үҙгәрештәр индерелә.

Киләһе йылдан төбәк ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғы рейтингы юғары булған уҡыусыларға ғына биреләсәк. Ошо турала мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе Рәйсә Күзбәкова белдерә. Яңы ҡағиҙәләр тәү сиратта рус мәктәптәрендә милли телдәрҙе өйрәнгән балаларға ҡағыла. Рәйсә Күзбәкова әйтеүенсә, еңеүселәр юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ ҡабул ителәсәк.

Быйыл был ҡарар Рәсәйҙең фән һәм мәғариф министрлығы тарафынан айырым раҫланған. Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада башланды. Унда Башҡортостандың төрлө ҡала райондарынан 350-гә яҡын бала ҡатнаша. Илнур Шәфиев олимпиадаға иң көслә уҡыусылар ғына килеүен яҡшы белә. Шуға ҡарамаҫтан ул үҙ көсөнә ныҡлы ышана.

Бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта. Талаптар ҙа йылдн-йыл үҙгәрә ти баһалама рәйесе Мирас Иҙелбаев.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала ҡатнашыусылар яҙыусылар менән осрашасаҡ, театрҙарға барасаҡ.

XS
SM
MD
LG