Accessibility links

Кайнар хәбәр

Шыршы өсөн колонияға


Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы йыл байрамдары осоронда үткәрелгән шыршы оперцияһына йомғаҡ яһаны.

Ылыҫлы урмандарҙы һаҡлау маҡсатында ойошторолған махсус сара барышында йөҙгә яҡын тәртип боҙоусы асыҡланған. Уларҙан законһыҙ рәүештә киҫелгән мең ярымға яҡын йәшел ҡупшыҡай тартып алынған. Тәбиғәткә килтерелгән дөйөм зыян күләме ике миллион өс йөҙ мең һум менән баһалана. Операция барышында асыҡланған 30-лаған осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылыуы ла ихтимал, әле улар тәртип һаҡлау органдарында тикшерелә.

Операция һөҙөмтәләренән күренеүенсә, Баймаҡ урмансылығы биләмәһендә генә ылыҫлы урмандарға килтерелгән зыян күләме 826 мең һум менән иҫәпләнә. Өс участкала закон боҙоусылар 676 шырышыны ҡырҡҡан. Урман хужалығында билдәләүҙәренсә, Шыршы оперцияһының маҡсаты браконьерҙарҙы асыҡлау ғына түгел, урман кодексына ихтирам тәрбиәләү һәм тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә лә ҙур иғтибар бүленә.

Йәрмәкәй районы суды бер нисә тапҡыр законһыҙ рәүештә урман ҡырҡыуға барыусыға ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Административ иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан үҙ шөғөлөн ҡалдырмаған был кеше өс йыл колонияла хөкөм язаһын үтәйәсәк. Республиканың урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Тимур Лоҡманов әйтеүенсә, бындай ҡаты яза урман бурына ҡарата республикала тәүге тапҡыр ҡулланылған.
XS
SM
MD
LG