Accessibility links

Кайнар хәбәр

Тымау яйлап грипҡа күсә бара


Башҡортостанда грипп йоҡтороусылар һәм тымау тейҙереүселәр һанының февралдең икенсе яртыһында артыуы көтөлә.

Табиптар тап ошо осорҙо эпидемия мәле буласаҡ тип фаразлай. Эпидемиологтар әйтеүенсә, быйыл гриптың әлегә тиклем билдәһеҙ төрө килә, йәғни уға ҡаршы халыҡтың иммунитеты әлегә юҡ. Халыҡҡа күп миллиондар түгеп ҡаҙалған грипҡа ҡаршы вакциналарҙың файҙаһы булмай сыҡты.

Гриппҡа килгәндә, ул бөгөнгә республикала теркәлмәгән, ә тымау тейҙереүселәр һаны даими арта тора. Был һауа торошоноң туҡтауһыҙ үҙгәреп тороуына бәйле.

XS
SM
MD
LG