Accessibility links

Кайнар хәбәр

Президент Ҡыйғы районына барып кәйефен төшөрөп ҡайтты


Районда күптән төҙөлә башлаған мәктәптә төҙөлөш туҡталған. Етмәһә һыуыҡта йылытыу торбалары туңған.

Хакимиәт башлығы был осраҡта ниндәйҙер етди аҙым яһау тураһында бөтөнләй онотҡан. 95 процентҡа әҙер объекттың ошондай хәлгә ҡалыуында ул үҙ ғәйебен таный әлбиттә. Был хәл хөкүмәт ултырышында ла ентекләп тикшерелде.

Раил Сарбаев әйтеүенсә, кәңәшмәлә шәхси хужалыҡ алып барыусыларға арзан хаҡҡа МТЗ тракторҙары таратыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Баҡтиһәң, күп кенә етәкселәр тракторҙарҙы туған-тумасаһына тарата башлаған икән.

Ауыл хужалығы министрлығы үткәргән тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, исемлектәрҙәге кешеләр күп осраҡта йә ауыл советы рәйесенең туғаны, йә крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе. Ябай ауыл кешеһен исемлектәрҙә табыуы бик ҡыйын. Ауыл хужалығы министры Шамил Вәхитов билдәләнеүенсә, программала ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, ағай-эне, танышлыҡ буйынса техника таратылмаясаҡ.
XS
SM
MD
LG