Accessibility links

Кайнар хәбәр

Мосолмандар йыйынын үткәреү буйынса эшлекле төркөм ойошторолдо


Унда Башҡортостан мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәткә ышанмауслыҡ белдереү ҡарала.

Был хаҡта башҡорт йәштәре иттифағының әүҙем ағзаһы Фәнзил Әхмәтшин белдерҙе. Уның белдереүенсә, республика рухи көрсөккә барып терәлгән. Был хәлгә дин әһелдәре лә ғәйепле. Башҡортоста мосолмандары диниә назаратында йыйын үткәрергә йыйыныуҙы провакация тип атайҙар.

“Регнум” агентлығы хәбәр итеүенсә, Нурмөхәмәт хәҙрәт беҙ Фәнзил Әхмәтшин исемле руханиҙы белмәйбеҙ тип белдерҙе.

Диниә назараты ҡәҙимге режимда эшләй. Әммә хәҙрәттең беҙҙең менән һөйләшергә ваҡыты табылманы. Былтыр 22 октябрь Нурмөхәмәт хәҙрәт биш йылға ҡайтанан мөфтөй булып һайланғайны. Уның өсөн 125 делегаттың 96-һы тауыш биргәйне. Башҡортостан мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе вазифаһында ул 1992-се йылдан алып эшләй.
XS
SM
MD
LG