Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөнөң Ленин районында Маугли ҡыҙыҡай табылды


Күршеләр шылтыратыуы буйынса килгән инспекторҙар ярым ҡараңғы өйҙә шыр яланғас ҡыҙыҡайҙың һөйәк кимереп ултырған сағына тап була.

Ул эргәһенә беркемде лә, хатта эттәрҙе лә яҡын килтемәй. Ә өҫтәл артында ҡыҙҙың әсәһе төшкө аш ашап ултырған була. Инспекторҙар бына шундай хәл менән йөҙгә-йөҙ осраша. Өфөнөң ҡап уртаһында тиерлек урынлашҡан урамдағы был йортта Маугли бала йәшәүе тураһында инспекторҙарға күршеләр шылтырата. Улар, әлбиттә, өс йәшлек ҡыҙҙы шунда уҡ дауаханаға алып китә.

23 йәшлек әсә, уның исеме Аня, бындай хәлгә аптырап, илап тороп ҡала. Һуңынан асыҡланыуынса, Аня ҡояшлы Тажикстан егете менән осраша башлай. Егет тыуған иленә ҡайтып китә лә башҡаса килмәй. Мөхәбәт емеше булып Мәҙинә донъяға килә. Яңғыҙ әсә эсә башлай, ҡыҙы барлығы тураһында онота. Сабый урамдағы эттәр менән ашай, йоҡлай башлай. Табиптар әйтеүенсә, Мәҙинәнең сәләмәтлеге бик яҡшы. Ленин районы прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
XS
SM
MD
LG