Accessibility links

Кайнар хәбәр

Президенттың милләте мөһимме?


Республика фәндәр академияһы ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади мәсьәләләр буйынса халыҡ фекерен белеште.

Йәмәғәтселек фекерен белешеү республиканың төрлө район-ҡалаларында үтте, анкета һорауҙарына 1 мең 243 кеше яуап бирҙе. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, донъялағы иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ шарттарында ла республикалағы ижтимағи-сәйәси хәлде халыҡ ыңғай баһалай, кешеләрҙең Башҡортостан хөкүмәтенә ышаныстары ҙур.

Респонденттарҙың 66,3 проценты республика хөкүмәтенә ышанысы юғары булыуын белдергән. 15 проценттан ашыуы уртаса, 10 проценты түбән баһа биргән. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай эшмәкәрлегенә лә кешеләр юғары баһа биргән.

Ә бына Дәүләт думаһы депутаттарының халыҡ мәнфәғәттәрен хәстәрләүенә ышаныс бик түбән. 77 процент кешеләр шулай тип баһалаған. Төп сәбәптәре - һайлаусылар менән аралашмайҙар, үҙ эшмәкәрлектәре тураһында мәғлүмәттәр ҙә йәмәғәтселеккә еткерелмәй, Башҡортостан халҡы мәнфәғәттәрен йүнләп хәстәрләмәйҙәр.

Республика президентының милләте кем булырға тейеш тигән һорауға 92 проценттан ашыуы башҡорт, 68 процент – рус, 12-һе татар милләтенән булырға тейеш тип яуаплаған. Башҡалары башҡорт булһа яҡшыраҡ, башҡа милләттән дә булыуы мөмкин тип белдергән.
XS
SM
MD
LG