Accessibility links

Сибайда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәкара бәйгеһе үтте


Уҡытыусыларҙың даими үткәрелә килгән һөнәри бәйгеләренең береһе-«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте Йыл уҡытыусыһы» конкурсы тәү тапҡыр 1996 йылда Сибай ҡалаһында үткәрелгәйне.

Быйылғы конкурста алтмыштан ашыу педагог ҡатнашты. Улар үҙҙәренең ғилми концепцияларын яҡланы, уҡытыу оҫталығын күрһәтте, ҡала мәктәптәрендә таныш булмаған синыфтарҙа дәрестәр бирҙе.

Тап ошо ҡалала тыуған күркәм башланғыс, йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала барып, төбәк-ара сараға әйләнде. Быйыл 14-се тапҡыр уҙғарылған мәртәбәле бәйге ҡабаттан Сибай ҡалаһына әйләнеп ҡайтты. Ун дүрт йыл эсендә ошо конкурста бөтәһе 697 уҡытыусы ҡатнашып, шуларҙың 78-е лауреат исеменә лайыҡ булған.

Дауамлы тәжрибә күрһәтеүенсә, конкурс уҡытыусыларҙың һөнәри кимәлен билдәләүсе, үҫтереүсе мөһим Бер факторға әйләнде. Бәйге еңеүселәренең Бер өлөшө фән юлын үҙ итте, күптәре үҙ райондары йәиһә мәктәптәрендә методик берекмәләрҙе етәкләй, һайһылары иһә туған тел буйынса директор урынбаҫарҙары булараҡ республика уҡыу йорттарында башҡорт телен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.

Йылдың-йылы конкурстың мәғәнәһе байый, йөкмәткеһе тулылана бара. Быйылғы бәйгелә үҙ райондары һәм ҡалаларында төбәк-ара конкурста ҡатнашыу хоҡуғын яулаған 59 уҡытыусы һынау тотто. Уларҙың береһе Салауат районы Малаяҙҙағы 1-се урта мәктәп уҡытыусыһы Гөлнур Байрамғолова. 2002 йылдағы бәйгелә Гран-при яулаған Гөлшат Әхмәтова быйылғы бәйгелә жюри ағзаһы сифатында ҡатнашты. Күркәм ҡорҙо ябыу тантанаһында БР хөкүмәтенең премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев ҡатнашты.

Конкурстың төп маҡсаты-туған телде уҡытыуҙа яңы технологиялар ҡулланып эшләгән һәләтле уҡытыусыларҙы биләдәләп, уларҙың алдынғы тәжрибәһен башҡаларға таратыу, тип белдерҙе үҙенең сығышында Илдус Илешев. «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының офоҡтары киңәйә барыуы ла шатлыҡлы күренеш Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән күрше өлкәләрҙән килгән бәйгеселәр был юлы ла һынатманы. Уларға махсус приздар тапшырылды. Һәр ярыштың үҙ еңеүселәре булла.

Финалға сыҡҡан уҡытыусыларға мәғариф министры Зиннәт Аллаяров ихлас тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе, яңы ижади үрҙәр теләне. Төбәк-ара бәйгенең төп еңеүсеһенең исемен иһә БР Хөкүмәтенең Премьер-минстр урынбаҫары, мәҙәниәт һәм Милли сәйәсәт минстры Илдус Илешев атаны. Бәйге еңеүсеһе Гөлназ Мөхәмәтйәнова башҡалабыҙҙың 141-се мәктәбендә уҡыусыларын башҡорт теле серҙәренә өйрәтә.

Хеҙмәттәштәренең ҡотлауҙарын ҡабул иткән Гөлназ Әнүәр ҡыҙы тулҡынланыуын йәшермәй. Быйылғы конкурс та яңы исемдәр асты, уҡытыусыларҙың ижади хеҙмәтенә ғәҙел баһа бирҙе, күңелдәренә дәрт өҫтәне. Ер йөҙөндәге иң маҡтаулы һөнәр эйәләренең сираттағы бәйгеһенән тулыраҡ репортаж «Мәғариф» программаһында күрһәтеләсәк.
XS
SM
MD
LG