Accessibility links

Кайнар хәбәр

Салауат Юлаев тыуыуына 255 йыл тулыуға шиғриәт байрамы


Силәбе ҡалаһында cараны урындағы Аҡмулла әҙәби-ижади берекмәһе ойошторҙо.

Силәбе өлкәһенең башҡорт яҙыусыларын берләштереп тороусы коллектив оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп килә. Бында тәжрибәле яҙыусылар яңы әҙәбиәткә килеүселәргә ижад серҙәрен өйрәтә.

Йәштәр үҙ сиратында был эште үҙҙәренең төбәктәрендә дауам итә. Арғаяш районы Илембәт ауылы егете Айҙар Ишберҙин Аҡмулла берекмәһенең әүҙем ағзаһы, хәҙер ул райондағы әҙәбиәт түңәрәген етәкләй.
XS
SM
MD
LG