Accessibility links

Кайнар хәбәр

Республикала ҡоролоҡ


Республикала яуған ҡойма ямғырҙар мал аҙығы әҙерләүҙең уңышлы тамаланасағына ышанысты арттыра.

Быға тиклем Башҡортостандың күпселек, айырыусы көнъяҡта урынлашҡан райондары ҡоролоҡтан интегә ине. Хәйбулла хужалыҡтарында әле бөтә көс бесән туплауға, сенаж һалыуға йәлеп ителгән. Ошо турала урындағы хакимиәттең айырым ҡарары бар.

Егерме икенсе июлгә тиклем кооперативтар ҡышҡылыҡҡа аҙыҡтың төп өлөшөн туплап ҡалырға тейеш. Райондың ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Таһир Аҡбалин әйтеүенсә, йәйҙең тәүге айында утыҙ һигеҙ - ҡырҡ градуслыҡ эҫелек баш ҡалҡытҡан үләнде һабағында киптергән.

Хәйбуллала ферма малдарын ашатыу өсөн башҡа райондарға сығып бесән әҙерләү юлдарын ҡарайҙар, тине беҙгә телефон Аша Таһир Аҡбалин
XS
SM
MD
LG