Accessibility links

Мәхкәмә ҡарары: 15 йыл


“Уйғыр-Болғар йәмәғәте” террорсылар ойошмаһы ағзаһына ҡарата енәйәт эше тамамланды.

Республиканың юғары мәхкәмәһе уға бернисә статья буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Ғәйепләнеүсе Салауат ҡалаһынан Рөстәм Зәйнәғетдинов. Юғары суд судьяһы Илдар Ҡанбәков белдереүенсә, уға ҡарата бер-нисә енәйәт эше ҡуҙғатылған, ҡанунһыҙ рәүештә атыу ҡоралы һаҡлау, террор ғәмәленә әҙерлек, кешеләрҙе террор ғәмәлен башҡарырға йәлеп итеү һәм башҡалар.

Мәхкәмә ҡарарында Рөстәм Зәйнәғетдиновтың ҡырын эштәре аныҡ дәлил тапҡан. Енәйәт эшен федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте идаралығы асыҡланы. Тәфтишселәр билдәләүенсә, Зәйнәғетдинов Баймаҡ районы кешеһе Павел Дорохов ойошторған “Уйғыр-Болғар йәмәғәте” ойошмаһына 2006 йылда уҡ ингән.

Төркөмсәнең етәксеһе “Әль-Ҡәида” һәм Талибандар лагерында идеологик һәм диверсия башҡарыу өсөн хәрби әҙерлек үткән. 2006 йылдан алып ул Зәйнәғетдинов менән Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында террор ойошмаһына кешеләр йәлеп итеү менән шөғөлләнгән.

Федераль именлек хеҙмәте вәкиле Игорь Коваленкола Рөстәм Зәйнәғетдиновтың республика биләмәһендә террор ғәмәлдәре башҡарыуға әҙерләнеүе тураһында тулы мәғлүмәт бар. Енәйәтселәрҙе ҡулға алған ваҡытта федераль именлек хеҙмәткәрҙәре атыу ҡоралдары, шартлатҡыс матдәләр ҙә таба.

Ҡулға алған ваҡытта террорсылар ҡаршылыҡ күрһәтеп маташа. Атыш мәлендә төркөм лидеры Павел Дорохов үлә. Зәйнәғетдиновты ҡулға алалар. Суд ҡарары менән ул ун биш йылға иркенән мәхрүм ителде. Рөстәм Зәйнәғетдинов мәхкәмә ултырышында сығыш яһаманы. Тик һуңынан ғына ул ултырышты фарс тип атаны.
XS
SM
MD
LG