Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда ҡоролоҡ


Башҡортостан ырҙындары яңы уңыш менән тулылана башланы. Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондары урып-йыйыу эшенә тотондо.

Республиканың ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала ураҡҡа башҡа райондар ҙа төшәсәк. Мәләүез районында майҙандарҙың 20 мең гектары зыян күргән. Һөрөнтө ерҙәрҙең дөйөм күләме 53 мең гектар ғына. Районда әле 1 мең 650 гектарҙа иген культуралары урылған. Шул иҫәптән мең гектарҙан ашыу ужым, 510 гектар борсаҡ һәм 120 гектар арпа.

Бөгөн хужалыҡтар урылған игенде һуғырға тотондо. Яландарға бар техника сығарылған. Төп көс - МТС комбайндары. Ураҡ менән беррәттән мал аҙығы әҙерләү бара. Был маҡсатҡа яландарҙың 24 мең гектары бүленгән. Уларҙың 20 мең гектарҙан ашыуы сабылған да инде.

Стәрлетамаҡ районында ла уңыш йыйыу йылдам бара. Иген культуралары быйыл 68 мең гектарҙа сәселгән. Яҙғы баҫыу эштәрен теүәл башҡарыуға ҡарамаҫтан ҡояш ҡыҙыулығы һәм 60 көндән ашыу ямғыр юҡлығы арҡаһында яландарҙың яртыһы зыян күргән.

Миллионлап тонна иген биргән Баймаҡ хужалыҡтарының иген баҫыуҙары, бесәнлектәренең яртыһы тиерлек ҡороған. Яуым-төшөмдөң аҙ булыуы ауыл хужалығына һәр яҡтан юғалтыуҙар менән янай. 75 мең гектарҙы биләгән иген культураларының 35 меңе иҫәптән сығарылған. Райондың ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Рәил Әбүбәкиров әйтеүенсә, әлегә тупланған бесән күләме уҙған йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға аҙыраҡ.
XS
SM
MD
LG