Accessibility links

Кайнар хәбәр

Республика төбәктәрендә Трактор операцияһы бара


Уны төп маҡсаты - агроснәғәт комплексында эшләгән үҙ йөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техниканың торошон тикшереү, ҡағиҙә һәм тәртип боҙоуҙарҙы булдырмау.

Трактор операцияһы 31 авгусҡа тиклем дауам итә.

Ураҡта ауыл хужалығы техникаһын эксплуатациялауҙа авария осраҡтары теркәлә башланы. Урып йыйыу барышында техниканың төҙөк булмауы, юл транспорт ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында өс механизаторҙың ғүмере өҙөлгән.

Ауыл хужалығы техникаһына техник күҙәтеү - йыл һайын үткәрелә торған сара. Быйыл бөтә төр транспорттың төҙөклөгө 70 процент булған.
XS
SM
MD
LG