Accessibility links

Кайнар хәбәр

Кеше үлтереүсе милиционер хөкөм ителә


Салауат районында ике кешене үлтереүселәр өҫтөнән мәхкәмә эше дауам итә. Енәйәтселәрҙең береһе - милиция майоры.

Июль аҙаҡтарында Салауат районы биләмәләрендә, Йүрүҙән буйында бер ир һәм бер ҡатындың кәүҙәләре табылғпайны. Ир кеше атып үлтерелгән, ҡатынды иһә утта яҡҡандар.

Тәфтиш барышында асыҡланыуынса, Силәбенән килгән төркөм яр буйында ял иткәндә, яҡындараҡ ял иткән ир менән ҡатынға бәйләнәләр, ирҙе атып үлтергәс, шаһиттан ҡотолоу өсөн ҡатынды ла урманға алып барып яндырып үлтерәләр. Ул район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән. Егет кеше иһә Салауат районы хакимиәте башлығының машинаһын йөрөткән.

31 йәшлек Фаил Ғәлләмов менән 28 йәшлек Ирина Килдейәрова өйләнешергә йыйынған булған Енәйәтселәрҙе Силәбелә ҡулға алғандар. Тентеү ваҡытында милиция офицерының фатирында ике гранотомет табылған.

Был турала Башҡортостан прокуратураһы ҡарамағындағы тәфтиш идаралығынан белдерҙеләр. Сағыштырыу өсөн - йыл башынан Рәсәйҙә хоҡуҡ һаҡлаусылар тарафынан 44 меңдән ашыу енәйәт ҡылынған. Үлтереү ул тиклем күп түгел, башлыса ришәүәтселек көслө тип яҙа Ведомости газетаһы.
XS
SM
MD
LG