Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә айырым мәғариф учреждениелары автономиялы режимға күсә


Был балаға белем биреү, төрлө яҡтан камиллаштырыу өсөн киткән сығымдарҙы бюджет түгел, ә ата-әсәләр үҙҙәре ҡаплай тигән һүҙ. Әле ҡайһы бер спорт мәктәптәре ошо йүнәлеш буйынса эшләй.

Мәғариф учреждениелары селтәрен үҙгәртеү буйынса эштәр туҡталып ҡалмаясаҡ. Әммә шул сәбәпле эшһеҙ ҡалған уҡытыусыларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау көнүҙәк мәсьәлә… Яңы мәктәп программаһын бойомға ашырыу уҡыусыларҙың белем кимәленә кире йоғонто яһарға тейеш түгел.

Белгестәр әйтеүенсә, оптималләштереү арҡаһында туған һәм сит телдәрҙе өйрәнеүгә бәйле ҡатмарлыҡтар тыуыуы ихтимал.
XS
SM
MD
LG