Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда мамонт һөйәген тапҡандар


Уға Ҡырмыҫҡалы районына ял итергә барған Өфө кешеһе Өршәк йылғаһы ярында юлыҡҡан. Ул табышын Рәсәй фәндәр академияһының өфө ғилми үҙәге ҡарамағындағы архэология һәм этнография музейына бүләк иткән.

Ғалимдар фаразлауынса, ул мамонттың енсек һөйәге булырға тейеш. Тулыһынса аныҡлау өсөн ваҡыт талап ителә. Ә һөйәк табылған тирәлә ҡаҙынырға йыйыналар.

Башҡортостанда мамонт һөйәге тәүге тапҡыр табылмай. Сипайлово биҫтәһендә йорт нигеҙен соҡоғанда да ер йөҙөнән юғалған хайуандың яңаҡ һөйәктәренә юллыҡҡайнылар.
XS
SM
MD
LG