Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә хәрби галереяһы асылды


Республика эске эштәр министрлығы ойошторолоуҙың 90 йыллығы уңайынан ведомствоға етәкселек иткән халыҡ комиссарҙары һәм министрҙарҙың галереяһы асылды. Тантанала ветерандар, Башҡортостан милицияһы ойошторолған йылдарҙа эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең туғандары килгәйне.

Егермегә яҡын кеше юбилей айҡанлы миҙал менән бүләкләнде. Ошонда уҡ элекке халыҡ комиссарҙары һәм министрҙарҙың фотогалереяһы меән дә танышырға мөмкин ине. Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, картина галлереяһын ойоштороуҙа ветеран ойошмаларының хеҙмәте ҙур.

Тарихты өйрәнмәйенсә, киләсәк хаҡында һүҙ йөрөтөүе ауыр, тип билдәләп үтте үҙ сығышында отставкалағы подполковник Милис Хәкимов.
XS
SM
MD
LG