Accessibility links

Кайнар хәбәр

Электр энергетикаһы тармағында бурыстар арта


Идел буйы Федераль округы төбәктәре электр энергетикаһы тармағының көҙгө һәм ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеген тикшерә.

Ошоға бәйле бөгөн махсус кәңәшмә булды. Видеоселектор эшендә электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә хәүефһеҙлек штабтары вәкилдәре ҡатнашты. Кәңәшмәгә «Башкирэнерго» йәмғиәте белгестәре лә саҡырылғайны. Компанияның хәле шәптән түгел.

Ҡулланыусыларҙың уға миллиард ярым һум бурысы бар. Ошоға ҡарамаҫтан, Башҡоростан йылытыу миҙгелен башлауға әҙер. Хөкүмәт рәйесе әйтеүенсә, республикала йылытыу миҙгеленә быйыл 200 миллион һумға күберәк бюджет аҡсалары йәлеп ителә.

Ҡулланыусыларҙың энергетиктар алдындағы бурыстары ла көнүҙәк ҡала. «Башкирэнерго» электр энергияһы өсөн бер миллиард ярым, йылылыҡ өсөн 500 миллион һум алып еткермәй. Башкиргаз алдындағы бурыс 322 миллион һум менән иҫәпләнә. Ҡулланыусыларҙың торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиеларына бирәсәге 2 миллиард һумдан ашыу.
XS
SM
MD
LG