Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостандың тәүге балеринаһы Зәйтүнә Насретдинова вафат булды


Советтар союзының халыҡ артисы быйыл августа 86 йәшен билдәләгәйне. Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы башҡорт балет сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ул һуғышҡа тиклем 40-сы йылдарҙа уҡ танылыу яулай. Театрҙағы төп ролдәрҙе лә тап ул башҡара.

Пенсияға сыҡҡас опера һәм балет театрында педагог-репетитор булып эшләй. Былтыр 85 йәшен билдәләгәндә ул «Алтын битлек» театраль премияһының «Намыҫ һәм дәрәжә» номинацияһының төп бүләге биреләсәк.

Танылған балет оҫтаһының вафаты сәбәпле Башҡортостан президенты, парламент спикеры, хөкүмәт премьер-министры, башҡа вазифа биләүселәр ҡайғы уртаҡлашты.
XS
SM
MD
LG