Accessibility links

Кайнар хәбәр

Юлбарыҫҡа ҙур өмөт


Көнсығыш календары буйынса 2010 йыл юлбарыҫ йылы. Уға ярашлы, фараздарҙың береһе йыл хужаһының төп һыҙаттары менән бәйле.

Ғорур, ирек һөйөүсән һәм аҡыллы йыртҡыс һәр ваҡыт уңышлы һунар итә. Күп осраҡта юлбарыҫты хайуандар батшаһы тип тә йөрөтәләр. Иҫ киткес һиҙгерлегенә ҡарамаҫтан йыртҡыс ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Кеше эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Уны зоопарк һәм Циркта ла йыш осратырға мөмкин. Ситлектәге ғорур хайуанға тамаша ҡылырға теләүселәр һаны быуаттар үтеү менән дә һис тә кәмемәй. Әле Өфөләге күсмә зоолунапаркта ике тиҫтәнән ашыу йылы яҡ йыртҡыстары ҡарала.

Уның хеҙмәткәрҙәре 2010 йыл ҙур табыш менән бергә уңыштар ҙа алып килер тип өмөт итә. Эштең сере ябай-юлбарыҫҡа бында айырыуса ҙур хөрмәт күрһәтелә. Өфөләге күсмә зоопаркта бесәйҙәр отрядына ҡараған 25 йыртҡыс иҫәпләнә. Арыҫлан, леопард, пантера, пума, һеләүһен һәм башҡалар. Уларҙың ҡәрҙәше юлбарыҫты ла осратырға мөмкин. Тап мөсәлдәгесә ҡыҙғылт ҡара төҫтә, ғорур ҡарашлы һәм аҡыллы. Ситлектә тороуына ҡарамаҫтан, күҙҙәрендә ирек һөйөүсәнлек сағыла. Күсмә зоопарк хужаһы Владимир Айвазян әйтеүенсә, йәнлектәр батшаһы тоҡомонан булғанғамы, тимер сылбыр һәм рәшәткәләр уның күңелен төшөрмәй. Киреһенсә, йыртҡыс уйнарға тырыша, холҡон да күрһәтә. Йылы яҡ йыртҡыстары Башҡортостанды үҙ иткән.

Зоопарк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, республикала уларҙың тәрбиәләү еңелгә тура килә. Ни тиһәң дә был бесәйҙәрҙең төп ризығы - ит беҙҙә күпләп етештерелә. Шуғалармы ҡыштың сағыштырмаса һалҡын килеүенә ҡарамаҫтан, бесәйҙәр тоҡомо арта ғына. Яңыраҡ пантера көсөкләгән. Шаня ҡушаматлы юлбарыҫ та ете ай элек тап Өфөлә доньяға килгән.

Филология фәндәре докторы, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүсе ғалимә, сәсәниә Розалиә Солтангәрәева яңы йылға фаразлауҙарында быуаттар төпкөлөнә һуҙылған мөсәл күҙәтеүҙәренә таяна. Уның әйтеүенсә, халҡыбыҙ элек-электән юлбарыҫ йылына ҙур өмөт бағлаған. Астрологтарҙың күҙаллауҙары буйынса ла 2010-сы йыл үҙенсәлектәре юлбарыҫтың һыҙаттары менән тура килә. Ғорур аҡыллы, һиҙгер йыртҡыс ҡыйыу аҙымдар яһай һәм уға һәр ваҡыт уңыш йылмая.
XS
SM
MD
LG