Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда хаҡтар арта


Республикала торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәренә хаҡтар үҙгәрә. Был мәсьәлә бик үҙенсәлекле һәм һаҡ белдереүҙәр яһауҙы дауам итә.

Сөнки тап хаҡтар сәйәсәтенә оло быуын кешеләре бик етди реакция белдреүсән. Күрше Силәбе өлкәһендә тәүге квитанциялар килгәс скинхедтарҙың баш күтәреүе иһә хаҡтар күтәрелеүе менән ҡайһы бер көстәрҙең үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыу ихтималлығы ла арта. Әммә Башҡортостанда киң мәғлүмәт саралары аша республика етәкселеге хаҡтарҙы Башҡортостан үҙ теләге менән арттырмай был Мәскәү йәғни, федераль ҡануниәт талабы тип аңлатты. Хаҡтар артһа ла Республикала электр һәм йылылыҡ энергияһына, газға хаҡтар иң арзаны булып ҡаласаҡ.

Башҡортостандың тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Ирина Васимирская әйтеүенсә, элегерәк коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымдарҙың бер өлөшө эре ширҡәттәр иҫәбенә ҡапланһа, хәҙер һәр кем үҙе өсөн түләй. Баҙар иҡтисады талабы бына шулай. Хөкүмәт премьер-министры Раил Сарбаев әйтеүенсә, федераль ҡанунды инҡар итеү мөмкин түгел. Башҡортостан былай ҙа оҙаҡ йылдар коммуналь хеҙмәттәргә хаҡты үҙ иҫәбенә арзанайтып килде.

Ирина Васимирская әйтеүенсә, тарифтар бик аҙға ғына күтәрелә. Башҡортостан халҡы башҡа төбәктәргә ҡарағанда коммуналь хеҙмәттәр өсөн күпкә аҙыраҡ түләй. Сағыштырыу өсөн Марий Эль республикаһы халҡы бер киловатт электр энергияһы өсөн 2 һум 18 тин түләй. Мордовияла ул 2 һум 19 тин. Киров өлкәһендә 2 һум 21 тин. Күрше Пермь өлкәһендә бер киловатт өсөн 2 һум 26 тин түләйҙәр. Һамар өлкәһендә 2 һум 33 тингә еткән. Татарстан халҡы иһә бер киловатт электр энергияһы өсөн 2 һум 24 тин түләй. Башҡортостанда был һант 1 һум 74 тин.
XS
SM
MD
LG