Accessibility links

Кайнар хәбәр

Олимпия уйындарында Рәсәй намыҫын Башҡортостан спортсылары яҡлаясаҡ


Башҡортостан Ванкуверҙағы ҡышҡы Олимпия уйындарында Башҡортостандан 12 спортсы ҡатнашасаҡ.

Улар - биатлонсы Максим Чудов, конькисылар Семен Елистратов менән Руслан Захаров, саңғыла трамплиндан һикереүсе Дмитрий Васильев, саңғысы Сергей Масленников, тау саңғыһы оҫтаһы Ләйсән Раянова, бобслейсы Дмитрий Абрамович, фристайл төрө буйынса Артем Данилов һәм 4 хоккейсы - Александр Радулов, Виктор Козлов, Сергей Зиновьев һәм Дмитрий Калинин.

Олимпиаданан һуң ғәрип спортсылар араһында паролимпия уйындары ла үтә. Башҡортостандан унда Евгений Сафронов, Ирек Маннапов, Айгөл Миңлеғолова, Эльвира Ибраһимова, Ирек Зарипов һәм Кирилл Михайлов саҡырыу алған.
XS
SM
MD
LG