Accessibility links

Кайнар хәбәр

Пермь башҡорттары ҡоролтайы үтте


Чернушки ҡалаһында Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы үтте. Унда урындағы губернатор хакимиәте вәкилдәре, төбәк һәм райондарҙағы башҡорттар ҡоролтайҙары етәкселәре, күренекле ғалимдар, тарихсылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Төбәк форумында сығыш яһаусылар фекеренсә, Пермь крайында йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе борсоған төп мәсьәләләрҙе күтәреү, уларҙы бергәләп хәл итеү юлдарын эҙләү бер ваҡытта ла иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Йыйында шулай уҡ быйыл йәй уҙасаҡ өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар ҙа һайланды. Әле Пермь крайында 40 меңдән ашыу башҡорт йәшәй.

Уларҙың телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән һуңғы йылдарҙа төбәктә байтаҡ эштәр башҡарыла. Атап үткәндә, бөгөн крайҙың 10 муниципаль районында ҡоролтайҙар ойошторолған. Пермь крайында элек-электән Ғәйнә башҡорттары йәшәгән. Һуңғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, башҡорт халҡы һаны буйынса урыҫтарҙан, татарҙарҙан, коми-пермяктарҙан ҡала дүртенсе урында тора.

Барҙа, Октябрьский, Чернушки һәм башҡа райондар башҡорттары крайҙың ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошонда һиҙелерлек роль уйнай. Ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлек милләт-ара бәйләнештәр, ғилми-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә алып барыла. Пермь башҡорттарының ойошоп, бер-береһе менән аралышып, ырыуҙаштары менән бәйләнеште өҙмәйенсә йәшәүенә, республика ҙур ярҙам күрһәтә, ти Фәнил Сафин-Башҡортостандың юстиция министры.

Пермь крайында йәшәүсе башҡорттарҙы борсоған мөһим мәсьәләләрҙең береһе - ул телевидение һәм радио тапшырыуҙары. Төбәк халҡы әле Башҡортостан юлдаш каналын ҡарай. Башҡорттар күпләп йәшәгән Чернушки ҡалаһында хәҙер Башҡортостан телевидениеһын кабель аша ҡарау мөмкинлеге асылған.

Был урындағы халыҡҡа республикалағы һуңғы яңылыҡтар, туған телдәге тапшырыуҙар менән даими танышып барыу форсаты биргән. Ултырышта урындағы ҡоролтайҙың һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау менән бер рәттән, оло форумға делегаттар ҙа һайланды.

Өфөлә үтәсәк ҡоролтайҙа Пермь крайы башҡорттарын ҡыҙыҡһындырған һәм борсоған мәсьәләләр менән сығыш яһау мөмкинлеге 14 кешегә ышанып тапшырылды. Әле милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Пермь крайының күп кенә төбәктәрендә башҡорт теле уҡытылмай. Был ҙур борсолоу тыуҙыра, ти Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.

Төбәктә күп кенә ҡала-район ҡоролтайҙары эшләп килә. Тап улар ойоштороу, форумға халыҡты йәлеп итеү буйынса ҙур эш башҡарған. Бынан тыш, крайҙа ижади түңәрәктәр, ансамблдәр бар, йәкшәмбе мәктәптәре эшләп килә - унда балалар башҡорт телен өйрәнә.
XS
SM
MD
LG