Accessibility links

Кайнар хәбәр

Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан милли әҙәбиәт музейында махсус күргәҙмә эшләй


«Утта сыныҡҡан ижад» тип аталған күргәҙмәлә тыныслыҡ һәм ирек өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткәндәр, шулай уҡ һуғыштан ҡайтып ижад юлынан китеүсе әҙиптәрҙең эштәре менән танышырға мөмкин. Әле республикала яу үтеп ҡайтҡан 7 фронтовик- яҙыусы ғына ҡалған.

Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан төп тантаналар Өфө ҡала шураһы ҡаршыһында Ленин исемендәге майҙанда буласаҡ. Хәрби парад 12 сәғәттә, Рәсәй президенты Дмитрий Медведевтың ҡотлауын тапшырғандан һуң башланасаҡ.

Ошонда уҡ театрлаштырылған тамаша, ҙур концерт була. Байрам 22 сәғәт 30 минутта салют менән тамамлана. Еңеү байрамына Мәскәүҙән йондоҙҙар саҡырмайҙар, Урал аҫылташтары тип аталған фольклор конкурсы еңеүселәре сығыш яһай.
XS
SM
MD
LG