Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда һабантуйҙар гөрләй


Милли герой, шағир һәм яугир Салауат Юлаевтың тыуған төйәгендә атҡа айырыуса хөрмәт менән ҡарайҙар. Шуға ла һыбайлылар бәйгеһе, былай ҙа гөжләп торған һабантуй майҙанын тағы ла дәртәләндереп ебәрә.

Быйыл да ул ҡыҙыу барҙы. Милли байрамдан Янған тау шифаханаһында ял итеүселәр ҙә ситтә ҡалманы. Ауыл эшсәндәре көрәш майҙанында билбау батырҙарын асыҡлай.

Яҙғы сәсеү йомғаҡтары барланған мәлдә, ҡунаҡтар рәхәтләнеп ял итә, милли байрам рухын үҙләштерә. Салауаттар уңыштары менән хаҡлы ғорурлана. Янған тау шифаханаһы әле район ҡаҙнаһын тулыландырыусы төп ширҡәттәрҙең береһе. Янғантау шифаханаһы етәксеһе Рәмил Бәҙретдинов.
XS
SM
MD
LG