Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда именлек саралары көсәйтелә


"Европа" сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге янғын
"Европа" сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге янғын

Мәскәү аэропорттары кеүек Өфө халыҡ-ара аэропорты ла махсус режимда эшләүгә күсте, тине беҙгә аэропорт етәксеһе ярҙамсыһы Әмир Солтангәрәев.


Бөгөн Өфөнөң «Европа» сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге янғында һәләк булыусы Гүзәл Булатова һуңғы юлға оҙатылды.

Өфөнөң «Европа» сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге янғында һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә республика бюжетынан 100-шәр мең һум матди ярҙам күрһәтеләсәк. Йәрәхәтләнгәндәргә инде 50 мең һум компенсация ҡаралған. Был хаҡта Башҡортостан президенты республика Хөкүмәтенең янғын хәүефһеҙлегенә арналған махсус ултырышында белдерҙе.

Хөкүмәт ултырышы республика Президенты тәҡдиме буйынса янғында һәләк булыусыларҙы бер минут тын тороп иҫкә алыу менән башланды.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ 22-се ғинуар «Европа» сауҙа күңел асыу үҙәгендә сыҡҡан янғында ике кешенең ғүмере өҙөлдө: 17 йәшлек ҡыҙ, уны әсәһе яңғыҙы тәрбиәләгән булла, һәм 34 йәшлек ир. Мәрхүмдең ике бәләкәй балаһы ҡалды.

Именлек талаптары теүәл үтәлһә бындай фажиғағә юл ҡуйылмаҫ ине

Башҡортостан президенты билдәләүенсә, янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр үҙ вәкәләттәрен еренә еткереп башҡарһа, объект хужалары һаранлашмаһа һәм именлек талаптарын теүәл үтәһә бындай фажиғағә юл ҡуйылмаҫ ине. Һәләк булғандарға һәм янғында төрлө тән йәрәхәттәре алыусыларға республика ярҙам күрһәтәсәк.

Кәңәшмәлә билдәләүенсә, күмәк халыҡ йөрөүсе күпселек обьекттарҙа хәүефһеҙлек талаптары күҙәтелмәй. “Европа” үҙәгендәге янғындан һуң Рөстәм Хәмитов үҙ блогына халыҡтан Өфөләге һәм республиканың башҡа ҡалаларындағы сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә янғын хәүефһеҙлеге талаптарының боҙолоуы хаҡында йөҙәрләгән хәбәр алыуын әйтте.

“Европа” сауҙа үҙәгендә был беренсе генә янғын түгел тип яҙыусылар ҙа бар. Ошо айҡанлы яҡын араларҙа республиканың барлыҡ сауҙа һәм күңел асыу комплекстарында махсус тикшереүҙәр үтәсәк. “Европа” сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге янғында ике кеше һәләк булды, 15 кеше зыян күргән, уларҙың 8-е төрлө тән йәрәхәттәре менән башҡаланың 21-се дауаханаһына һәм 18-се ҡала клиник дауаханаһының тән бешеүен дауалау үҙәгенә оҙатыла.

Өфөләге янғынның Мәскәүҙәге фажиға менән уртаҡ яҡтары бар

Өфөлә Мәскәүҙәге террор ғәмәле менән Өфөләге террор ғәмәленең уртаҡ яҡтары бар тип әйтеүседәр арта бара. Сөнки ике осраҡта ла шартлау яңғыраған. Шуға ла халыҡ араһында еңелсә ҡурҡыу тойғоһо ла бар.

Шартлау тураһындағы мәғлүмәтте дауаханала ятыусы Рөстәм Ғүмәров та раҫлай. Рөстәм Ғүмәровҡа 27 йәш, ул янғындың тап уртаһына эләгә. Ут эсенән сығып өлгөрә, әммә янғындан уның тәненең өстән бер өлөшө, айырыуса башы, күҙе, аяҡ һәм ҡул бармаҡтары ныҡ зыян күрә. Әле ул 18-се ҡала клиник дауаханаһының тән бешеүен дауалау үҙәгендә реанимацияла ята.

Табиптар Рөстәм Ғүмәровтың хәлен айырыуса ауыр тип баһалай, пациент әлегә шоктан сыға алмай, әммә яҡын көндәрҙә уның хәле бер аҙ яҡшырыу менән айырым бүлмәгә күсереү ҡарала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса башҡа пациенттарҙың хәле сағыштырмаса яҡшы һәм уларҙың күбеһе ошо көндәрҙә үк өйҙәренә ҡайта аласаҡ.

Домодедоволағы террор ғәмәлендә йәрәхәтләнеүселәр араһында Башҡортостандан Октябрьский ҡалаһынан 47 йәшлек Андрей Ермоленко ла бар. Ул Мәскәүҙең 13-сө ҡала клиник дауаханаһының травмотология бүлегенә һалынған. Беҙ Андрейҙың улы менән һөйләштек. Уның хәле уртаса тип баһалана.
XS
SM
MD
LG