Башҡортостан депутаттары Думаға ҡанун башланғыстары менән дә сыға. Ил парламентында төндәрен алкоголь эсемлектәрҙе һатыуҙы тыеу тураһында закон ҡабул ителгәйне. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары тыеу ҡаты спиртлы эсемлектәргә генә түгел, һыра һәм һыранан эшләнгән башҡа эсемлектәргә лә ҡағылырға тейеш тип иҫәпләй. Йәғни республика парламентының башланғысы Думала хуплау тапҡан осраҡта, хәҙер төндәрен араҡы ғына түгел, һыра ла һатылмаясаҡ.