Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә аслыҡ акцияһы дауам итә


Фәнзил Әхмәтшин
Фәнзил Әхмәтшин

Бөгөнгә 150-ләп кеше ашауҙан тыйылған. Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, йәштәр ҡоро етәксеһе Фәнзил Әхмәтшин властәр Артур Иҙелбаев, Айрат Дилмөхәмәтовты, башҡа әүҙем кешеләрҙе эҙәрлекләүҙән туҡтаһалар, аслыҡ та туҡтаясаҡ тип белдерә.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетындағы хәлдәрҙән һуң Башҡорт йәштәре иттифағы башланғысы менән бер-нисә кеше аслыҡ иғлан иткәйне.

Ҡоролтай ултырышы үтәсәк 26 февраль алдынан Өфөлә бер-нисә абруйлы зыялының өйөнә барғандар, кемдәрендер милицияға шаһит сифатында саҡырғайнылар.

Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, йәштәр ҡоро етәксеһе Фәнзил Әхмәтшин фекеренсә, был – алдан уйланылған аҙым. Хоҡуҡ һаҡлау органдары Башҡорттар ҡоролтайында бүленеш башланып сәйәси хәлдәр ҡырҡыулашыр тип шикләнгән, ошоға бәйле билдәле кешеләрҙе Ҡоролтай ултырышында ҡатнашыуҙан мәхрүм иткәндәр.

"Азатлыҡ" радиоһы хәбәрсеһе Фәнзил Әхмәтшиндан Башҡорт йәштәре иттифағы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тирәһендәге хәлдәр тураһында ҡыҙыҡһынды.

Фәнзил Әхмәтшин властәр Артур Иҙелбаев, Айрат Дилмөхәмәтовты, башҡа әүҙем кешеләрҙе эҙәрлекләүҙән туҡтаһалар, аслыҡ та туҡтаясаҡ тип белдерә. Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, бөгөнгә 150-ләп кеше ашауҙан тыйылған. Әммә уларҙың береһе лә уҡыу йәки эш ҡалдырмай, уҡыу урындарында һәм эштә асығалар. Талаптар Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына яҙма рәүештә бирелгән, ти Фәнзил Әхмәтшин.

XS
SM
MD
LG