Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан автономияһына нисә йыл?


1919 йылдың 23 мартында Мәскәү Башҡортостандың автономияһын таный. Әммә тарихсылар билдәләүенсә, автономия 1919 йылда түгел, ә 1917 йылда уҡ иғлан ителгән була.


Был аҙнала Башҡортостан тарихи бер датаны билдәләй. 1919 йылдың 23 мартында Мәскәү Башҡортостандың автономияһын таный. Республика илдә беренсе автономиялы төбәк статусын ала.

Әммә тарихсылар билдәләүенсә, автономия 1919 йылда түгел, ә 1917 йылда уҡ иғлан ителгән була. Башҡорт хөкүмәте төҙөлә, парламенты формалаша. Әммә үҙәк етәкселеге автономияны ике йыл дауамында танырға теләмәй.

Билдәле тарихсы, профессор Марат Ҡолшәрипов ошо датаға ҡарата ҡараштары менән уртаҡлашты. Марат Ҡолшәрипов әйтеүенсә, башҡорт йәмһүриәтенә ҡаршы көстәр ҙә бик күп була. Улар араһында айырыуса мосолман большевиктары, Ырымбурҙағы хәрби Шура ағзалары - татар большевиктары ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтә, тип һөйләне Марат Ҡолшәрипов.

Әйткәндәй, Өфөлә Марат Ҡолшәрипов насар яҡтан телгә алып үткән Кәрим Хәкимов көндәре башланды. Уның 120 йыллығын уҙғарыу тураһында президент Рөстәм Хәмитов фарман сығарғайны.

Саралар барышында халыҡ-ара конференция ла үтә. Унда тарихсы Марат Ҡолшәриповтың доклады да булырға тейеш булған, әммә секциялар программаһына индерелмәгән. Бәлки уның Кәрим Хәкимов шәхесенә ҡарата үҙ фекере булыуҙалыр был эш.
XS
SM
MD
LG