Accessibility links

Кайнар хәбәр

Иран ҡатыны ғазаплаусыһын ғәфү итә


Әминә сибәр ваҡытындағы фотоһы менән
Әминә сибәр ваҡытындағы фотоһы менән

2004 йылда Тегеранда йәшәүсе бер егет уға кейәүгә сығырға теләмәгән ҡыҙға үс итеп битенә кислота һипкән. Тәүҙә ҡыҙ судтан «ҡисас» язаһын бирергә талап иткән. Был инде ғазаплаусы ниндәй яуызлыҡ ҡылһа, үҙе лә шул уҡ яза ала тигәнде аңлата. Һуңынан ҡыҙ ғашиҡ булып йөрөүсе был егетте ғәфү итергә ҡарар итә.


Туғыҙ йыл элек Әминә Бахрами 24 йәшлек бик сибәр ҡыҙ булған. Электротехника университетында уҡыған ваҡытта унан 5 йылға йәшерәк Мәджид Мовахеди уға күҙ һала. Ике йыл дауамында Әминәнең ҡулын һорай. Әммә ҡыҙ уға кейәүгә сығыуҙан баш тарта. «Минең артымдан күп егеттәр йөрөй ине. Хатта университет профессорҙары ла ата-әсәйемдән ҡулымды һорарға килә торғайны», - тип хәтерлай Әминә. Мәджид унивеститетта осратҡанда йә телефон аша Әминәнең тап уға кейәүгә сығыуын ныҡышмалы талап иткән. Мәджид ҡыҙҙың уны кире ҡағыуын бик ауыр кисергән.

Университеттан һуң Әминә Тегеран лабораторияһында эшләй башлай. Бер көн Мәджид «миңә тормошҡа сыҡмаһаң, һинең тормошоңда башҡа бер ниндәй ҙә ир булмаясаҡ » тип ҡурҡытҡан. Полиция ҡыҙҙың ошо ҡурҡытыуға ҡарата ғаризаһын алғас, һәм бер ниндәй ҙә физик һөжүм булмағанын асыҡлағас, эш ҡуҙғатмай. Ике көн үткәс, Әминә эштән өйөнә ҡайтырға тип автобус туҡталышында торғанда Мәджид уны ҡыуып етеп битенә нимәлер һибә. «Тәүҙә эҫе һыу тип уйлағайным, әммә һүңынан был кислота икәнен аңланым»,- тип иҫенә төшөрә был фажиғәле ваҡытты Әминә. Иран ҡыҙы күреү һәләтен юғалта. Ул ғына түгел, йөҙө бөтөнләй боҙола. Иран хөкүмәте Әминәгә зәғифлек буйынса пенсияһы түләй башлай һәм ул әлеге ваҡытта Испанияла дауалана. Күреү һәләтен кире ҡайтарыу өсөн Испания докторҙары уға 17 операция яһаған, әммә уларҙың ярҙамынан алға китеш юк тиерлек.

"Ҡарарға илем өсөн килдем"

Был ҡот осҡос ғәмәлде ҡылыусыға Әминә Бахрами судтан «ҡисас» язаһын бирергә талап иткән. Шәриғәт ҡанундары буйынса «ҡисас» ул ҡылғандың кешегә үҙенә кире әйләнеп ҡайтыуы. Был осраҡта инде Маджид Мовахедиҙың үҙен кислота менән һуҡырайтыу тигәнде аңлата. Суд быйыл енәйәтсенең һәр күҙенә 5 тамсы кислота тамыҙып һуҡырайтырға тигән ҡарар сығара һәм яза көнөн 31-сы июлгә билдәләй. Әммә Әминә бар көсөн йыйып Мовахедиҙы ғәфү итергә һәм язаға тарттырмаҫҡа була. «Ҡөръән беҙгә үс алыу хоҡуғы бирә. Шул уҡ ваҡытта ул ғәфү итергә лә өйрәтә», - ти Бахрами.

Уның был ҡарары бик күптәрҙе ғәҗәпләндерҙе. Ҡыҙҙың ете йыл буйы тап ошо язаны бирҙерер өсөн көрәшеүе һәм һуңғы минуттарҙа үҙен зәғифләүсене ғәфү итеүен аңламаусылар ҙа бихисап.

Был хәл халыҡ-ара йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итте. Күптәре язаны «кешелекһеҙ» һәм «ҡырағайҙарса» тип тәнҡит иткәйне. «Мин был ҡарарға илемдең ихтыяждарын, мәнфәғәттәрен күҙ уңында тотоп килдем. Сөнки минең һәр аҙымымды күп илдәр күҙәтеп торҙо», - ти ул. Бәлки был ҡатындың шәхси ҡарары түгел, ә Тегерандың донъя тәнҡитенән ҡасыу юлы булғандыр тигән фекерҙәр ҙә бар. Әминә Бахрами Мовахедиҙан һаман аҡсалата компенсацияһын көтөүен белдерә. Ҡатын-ҡыҙ булған өсөн уға ирҙәр компенсацияның яртыһы, ул 100 млн томан, түләнергә тейеш. Әммә Әминә үҙенең ғазаптары өсөн 200 млн томан (200,000 америка доллары самаһы) биреүен талап итә. «Мин ярым кеше түгел, миңә тулы ҡан аҡсаһы түләнергә тейеш!»,- тип белдерә ул.
XS
SM
MD
LG