Accessibility links

Кайнар хәбәр

Урман ауылына кем ярҙам күрһәтә?


Шартлауҙан зыян күргән йорттар
Шартлауҙан зыян күргән йорттар

Урман ауылына хәрбиҙәр яғынан, Федераль үҙәктән дә ярҙам юҡ. Республика хөкүмәте, “Урал” хәйриә фонды тарафыннан ярҙам булды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты булып һайланған Айҙар Ғәлимов махсус хәйриә фонды асырға йыйыныуын белдерә.


Иглин районы Урман ауылы халҡы Рәсәй оборона министрлығын мәхкәмәгә биргән. Халыҡ хәрбиҙәрҙән арсеналдағы шартлау арҡаһында емерелгән йорт-ҡаралтыларҙы ремонтлауға киткән сығымдар өсөн компенсация талап итә.

Ғәҙәттән тыш хәл Оборона министрлығы ғәйебе менән булһа ла, хәрбиҙәр яғынан ярҙам юҡ. Хәрби ведомство тейешле аҡсаны һаман да бүлмәгән.

26 майҙа Урмандағы хәрби частә ҡоралдар склады шартлауҙан 420 миллион һум зыян күрелде. Халыҡҡа республика хөкүмәте компенсация бирҙе. Башҡортостан иҫәбенә 16 фатирлы 3 йорт, шулай уҡ 12 шәхси йорт төҙөлдө, башҡа емерелгән биналар төҙөкләндерелде. Федераль үҙәктән дә, оборона министрлығы яғынан да ярҙам тураһында һүҙ күтәреүсе булманы.

Урман халҡына “Урал” хәйриә фонды иң реаль ярҙам күрһәтеүсе булды. Фонд иҫәбенән зыян күргән ғаиләләргә аҡса, һәр ғаиләгә һыуытҡыс, кер йыуыу машинаһы, саңһурғыс, үтек, һауыт-һаба, хатта яҫтыҡ кәрәк-яраҡтары бирелде.

Быйыл яҙ тап Иглин районы буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты булып һайланған Айҙар Ғәлимов Махсус хәйриә фонды асырға йыйыныуын белдерә. Президент хакимиәте һәм Иглин районы хакимиәте ярҙамында тәүге хәйриә концертын ул октябрҙә Өфөлә бирәсәк.

Аҡса уның фондына киләсәк. Айҙар Ғәлимов депутат булып һайланыу өсөн халыҡты өгөтләп йөрөгәндә Урман ауылында ла булған. Ундағы клуб хәрби ангарҙан үҙгәртелгән бинанан ғибәрәт икән. Депутат вәкәләттәрен файҙаланып, унда заманса мәҙәниәт усағы төҙөү буйынса эш алып барыуын белдергән Айҙар Ғәлимов.
XS
SM
MD
LG