Accessibility links

Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тула


Билдәле ғалим-этнограф һәм яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына теүәл 100 йыл. Ғалимдың 100 йыллығы уңайынан Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында “Профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев һәм уның Урал-Алтай, Төрки ғилемендәге хеҙмәттәре” тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Форумда Башҡортостан, Ҡаҙағстандан, Саха, Татарстан республикаларынан ҡунаҡтар ҡатнаша.

Күрше республика делегацияһын Татарстан Фәндәр академияһының академигы Мирфатих Зәкиев етәкләй. Жәлил Кейекбаевтың Урал-Алтай һәм Төрки ғилеме үҫешендәге роле баһалап бөткөһөҙ, тип билдәләне Мирфатих Зәкиев.
XS
SM
MD
LG