Accessibility links

Раевка ҡоролмаһындағы хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды


Раевка нефть әҙерләү ҡоролмаһындағы ғәҙәттән тыш хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Әле тәфтишселәр хеҙмәт хәүефһеҙлеген тупаҫ боҙоу һәм кеше үлеменә юл асыу осрағын тикшерә. Ҡануниәткә ярашлы, эшселәрҙең үлемендә ғәйепләнеүсе асыҡланһа, уның 4 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Бынан тыш, уға суд менән билдәләнгән мөҙҙәткә етәксе вазифаһын биләү ҙә тыйыласаҡ.

Үткән аҙнала Әлшәй районында урынлашҡан Раевка нефть әҙерләү ҡоролмаһында цистерна таҙартҡан мәлдә 3 кешенең ғүмере өҙөлдө, бер хеҙмәткәр газ менән ауыр ағыуланып, дауаханаға оҙатылғайны.
XS
SM
MD
LG