Accessibility links

Кайнар хәбәр

Вайымһыҙ атай арҡаһында 5 йәшлек сабый үҙенә атҡан


Өфөлә бер бала үҙ-үҙенә ата. 5 йәшлек Настя исемле сабый атаһының пневматик пистолеты менән уйнап ултыра һәм яңылыш атып ебәрә. Пуля уның уң күҙенә керә. Балаға күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшереү институтында операция эшләгәндәр. Табиптар әйтеүенсә, пуля күҙҙең өҫкө ҡабағынан үткән. Пуляны магнит менән генә тартып алғандар. Кире осраҡта тутыҡҡан пуля күҙ алмаларына зыян килтерер ине, ти табиптар. Улар әйтеүенсә, иртәнсәк күҙҙәр 15 процентҡа, төштән һуң 30 процентҡа һәйбәтләнгән. Оҙаҡламай ҡыҙҙың күҙҙәре тулыһынса һауығыр тигән ышаныс бар, ти дауалаусы табип.

XS
SM
MD
LG