Accessibility links

Кайнар хәбәр

Дәүләт Думаһына һайланғандарҙы Мәскәүгә оҙаталар


Республикала көндәр ҡапыл һыуытты. Бөгөн иртән һауа температураһы айырым райондарҙа 30 градусҡа тиклем еткән. Өфөлә боҙ ҡаласыҡтары эшләүселәр беҙҙең өсөн был бик һәйбәт, боҙ ваҡламмайынса ҡырҡыла тиҙәр. Яңы йыл байрамдары башҡалала 20-се декабрҙә үк башлана. Был ваҡытҡа Ҡала шураһы, Дәүләт Циркы, Салауат Юлаев майҙанындағы төп шыршылар тулыһынса әҙер булырға тейеш. 21-се-22-се декабрҙә бында һәләтле балалар өсөн президент шыршыһы уҙасаҡ. Башҡа майҙансыҡтар 25-се декабрҙә эш башлар, тип көтөлә. Улар араһында быйыл да бәйге иғлан ителгән. Баһалаусылар боҙ һындарын да айырым ҡараясаҡ. Программа буйынса, байрам саралары 12-се ғинуарға тиклем дауам итә. Ә бына 31-се декабрҙә Ҡала советы майҙанында Ҡыш бабайҙар парады ойошторола. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Конкурста ҡатнашыусылар мотлаҡ милли йолаларҙы белергә тейеш. Бына шулай кемдәрҙер байрамдарға әҙерләнһә, кемдәргәлер был көндәрҙә ҡайғырырға тура килә. Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Спартак Әхмәтов ошо вазифаны 20 йыл биләгәндән һуң вазифаһынан китте. Сәбәбе-Дәүләт Думаһы депутаты булып һайланыу. Уны Мәскәүгә эшкә оҙатыуға республика президенты үҙе барҙы. ,,Теләһә ниндәй мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү өсөн ҡайһы бер етәкселәргә мин аҡ ҡағыҙ бирәм. Уның менән республикала етәкселәр барлыҡ мәсьәләләрҙе минһеҙ хәл итә ала. Спартак кисә мин биргән өс ҡағыҙҙы кире килтерҙе. Тимәк ул үҙ көсөнә, аҡылына таянып эш иткән”,- тине Мортаза Рәхимов.
XS
SM
MD
LG