Accessibility links

Кайнар хәбәр

Районда һәр ауылға банкомат ҡуйыу мөмкинме?


Балтас районы мәғариф учреждениеларында иҫәпләшеү ун туғыҙынсы быуаттан бирле үҙгәрмәй ҡалған. Бында уҡытыусыларға эш хаҡы теркәүһеҙ директорҙар аша таратылған. Һөҙөмтәлә бухгалтерия иҫәпләү тәртибе тупаҫ боҙолған. Мәғариф идаралығы етәксеһе лә, баш бухгалтер ҙа бында бер ниндәй ҙә хоҡуҡ боҙоу юҡ тип бара. Шулай уҡ мәктәптәргә йыһазды конкурс уҙғармай ике тапҡырға ҡиммәт хаҡҡа һатып алыуҙы ла тәртип боҙоу түгел, тип тапҡандар. Ә контроль-иҫәп палатаһы коллегияһы ағзаларының фекере бөтөнләй икенсе. Балтас мәғариф учреждениеларында бюджет аҡсаһын ҡулланыу һөҙөмтәләре контроль-иҫәп палатаһының сираттағы ултырышында ҡаралды. Балтас районында 57 мәғариф учреждениеһы эшләй. Уларҙың барыһы ла мәғариф бүлегенең үҙәкләштерелгән бухгалтерияһы аша хеҙмәтләндерелә. Былтыр мәктәптәр, балалар баҡсаларына район ҡаҙнаһынан 67 милион 600 мең, быйыл туғыҙ ай эсендә 59 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Тикшереү мәлендә бухгалтер иҫәбе тураһындағы закон боҙоуҙың бихисап осраҡтары асыҡланған. Барыһына ла мәғлүм, касса һәр тинде иҫәпләп, ведомостҡа ҡул ҡуйғас ҡына тейешле сумманы бирә ала. Ә Балтаста уҡытыусыларға эш хаҡын мәктәп директорҙары алып ҡайтып таратҡан. Уларҙың үҙҙәрендә иҫәп кенәгәләре бар, ә теркәү бөтөнләй алып барылмаған. Һөҙөмтәлә ҡаҙна аҡалары директор ҡарамағында иҫәпһеҙ йөрөгән. Ни өсөн районда уҡытыусыларға эш хаҡы банкоматтар аша таратылмай тигән һорауға, төбәктең финанс идаралығы етәксеһе банкоматтар етешмәүе менән аңлатты. Район үҙәгендә бер банкомат ҡына ҡуйылған, ә уҡытыусыларҙың һаны 800-ҙән ашыу. Һәр кем аҡса артынан район үҙәгенә килһә, берҙән дәрестәр өҙөлә, икенсенән банкоматҡа сират буласаҡ тип яуапланы райондың финанстар өсөн яуаплы вәкиле. Балтас районы мәғариф бүлеге мәктәптәргә йыһаздар алғанда конкурс та уҙғармаған. Мәҫәлән компьютер өҫтәлдәрен күпләп ике-4 тапҡырға ҡиммәтерәк хаҡҡа шәхси эшҡыуарҙан һатып алғандар. Һөҙөмтәлә район ҡаҙнаһынан 313 мең һум аҡса артыҡ тәләф ителгән. Мәғариф бүлеге етәксеһе Илдар Хатмуллин эш урынынан бирелгән еңел автомашинаны ни сәбәптәндер ватҡас уны тулыһынса бюджет иҫәбенә ремонтлатҡан. Ни сәбәпле ватыуын ул аңлата алманы. Тап ошо факт прокуратураға тапшырыласаҡ тине, коллегия ултырышында Петр Бобылев.
XS
SM
MD
LG