Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡала хакимиәтендә 1-се ғинуарда тыуған сабыйҙарҙы тәбрикләнеләр.


Бындай тантана Өфө өсөн йолаға әйләнде. Быйыл 1-се ғинуарға ҡарата төндә башҡалала 13 ҡыҙ, 16 малай донъяға килгән. Уларҙың ата-әсәһенә БӨГӨН бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. 2007-се йылда Башҡортостанда 50 мең 987 бала тыуған. Был 2006-сы йылға ҡарағанда 13 процентҡа күберәк. Тәбиғи үлем иһә 2,6 тапҡырға кәмегән. Тыуымдың артыуы республиканың бар ҡалаларында һәм 52 районында теркәлгән. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ. Икенсе һәм унан һуңғы бала табыусы ғаиләләр һаны ишәйә бара. 2006-сы йыл менән сағыштырғанда ғаиләлә икенсе бала булып тыуыусы сабыйҙар 24 процентҡа, өсөнсөләр 37-гә, дүртенселәр 27 процентҡа, биш һәм унан һуңғылар һаны 38 процентҡа артҡан. Шулай ҙа әлегә дөйөм тыуым күрһәткесендә 51 процент беренсе тыуған балалар өлөшөнә тура килә.
XS
SM
MD
LG